Һаулыҡ һаҡлау министрлығы киләһе аҙнала медицина учреждениеларының эш тәртибен иғлан итте

 Был көндәрҙә ашығыс ярҙам бригадалары, травмпункт һәм дежур хеҙмәттәр юғары әҙерлектә була. Пациенттарҙы планлы рәүештә  дауаханаға һалыу эше шулай уҡ дауам итә. 1 һәм 2 ноябрҙә медицина учреждениелары ғәҙәти тәртиптә  эшләй. 3-өндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара. Рәсәйҙә коронавирус таралыуҙы сикләү өсөн 30 октябрҙән 7 ноябргә  тиклем ял иғлан ителде.