Алдағы йылдарҙа Башҡортостан иҡтисады үҫеш аласаҡ

Беренсе Вице-премьер-Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, сәнәғәттә, ҡулланыусылар баҙарында, төҙөлөштә һәм ауыл хужалығында яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеү көтөлә. Быйыл сәнәғәттә 5 процентлыҡ үҫеш күҙаллана. Артабан, йыл һайын 5 ярым процентлыҡ үҫешкә ирешеү маҡсаты ҡуйыла. Уртаса эш хаҡы ла арта барырға тейеш, 2024 йылға 50 мең 400 һумға етеүе фаразлана. Эшһеҙлекте лә әкренләп кәметеү бурысы ҡуйыла.