Иҫәп алыусылар Республика халҡының яртыһы менән осрашҡан

Башҡортостанда 2 миллиондан ашыу кеше иҫәп алыуҙа ҡатнашҡан. Иҫәп алыусылар өсөн ял юҡ, кампания 14 ноябргә тиклем дауам итә. Халыҡ фекерен белешеү һөҙөмтәләре социаль-иҡтисади үҫеш программаларын әҙерләүҙә ҡулланыласаҡ. Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин иҫәп алыу мәғариф өсөн дә әһәмиәтле тип белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иҫәп алыусыларға бер ниндәй ҙә документтар күрһәтергә кәрәкмәй. Һорауҙарға яуап биреү 15-20 минут ваҡыт ала.