Халыҡ проблемалары Республика менән идара итеү үҙәге ярҙамында хәл ителә

Дәүләкән районында Яңы Йәнбәк һәм Ҡаҙырғол ауылдары араһында йылға ташҡанда юл емерелгәйне. Халыҡ мөрәжәғәтенән һуң, ул төҙөкләндерелгән. Әлшәй районы үҙәгендә йәшәүселәргә иһә яҙ һәм көҙгө мәлдәрҙә һыу тулған ҙур йырын аша урап йөрөргә тура килгән. Республика менән идара итеү үҙәге мөрәжәғәтте теркәгән, урындағы хакимиәткә хәбәр ителгән. Раевкала йырын аша йәйәүлеләр күпере төҙөлгән. Быйыл Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенә күперҙәр ремонты һәм төҙөлөшө буйынса 261 мөрәжәғәт килгән.