Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәге оло йәштәгеләрҙең өйҙәренә йөрөй

Үҙәктә белдереүҙәренсә, социаль хеҙмәткәрҙәр вакцина яһатмаған 60 йәштән өлкәндәрҙең өйҙәренә бара. Ярҙам кәрәкһә, аҙыҡ-түлек килтерә, прививка яһатырға теләп тә поликлиникаға бара алмаусыларға шәфҡәт туташтарын саҡыра.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шулай уҡ сирләп ятыусылар  булһа, тиҙ ярҙам хеҙмәтенә шылтырата. Һорауҙарҙы 8-800-775-00-14 ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса бирергә мөмкин. 

Вакцина яһатмаған 60 йәштән ололар үҙизоляцияла. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр прививка яһатыуҙың әһәмиәте тураһында ла һөйләй. Ирекмәндәрҙең, Роспотребсоюздың телефон һандарын ҡалдырып китә. 

Ольга Котельникова, Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге директоры

Ҡыҙыу элемтә телефоны: 8-800-775-00-14

Рәмилә Исмәғилева