Ул билдәле шәхестең тыуған төйәге – Иҫке Ихсан ауылы зыяратында ҡуйылды. Таҡтаташты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, муниципаль берәмектәр башлыҡтары, туғандары, дуҫтары ҡатнашты. Уларҙың күңелдәрендә һаҡланған яҡты иҫтәлек менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова уртаҡлашты.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтИке метр бейеклектәге мәрмәр таштан таныш йөҙ ҡарай, асыҡ ҡараш, нур һипкән күҙҙәр хатта һалҡын ташты ла йәнләндергән һымаҡ. Өлфәт Мостафин республика халҡына тәжрибәле, ғәҙел етәксе, үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ билдәле. Тап тырышлығы, эшһөйәрлеге хеҙмәт юлын ябай слесарь булып эшләгән егетте юғары вазифаларға күтәрә. Әммә Өлфәт Мансур улы ҡайҙа ғына эшләһә лә, ихласлығын, алсаҡлығын юғалтмай.
Өлфәт Мостафин 1959 йылда Саҡмағош районының Иҫке Ихсан ауылында тыуа, мәктәпте тамамлағандан һуң хәрби бурысын үтәй, юғары белем ала. Республикала газ селтәрҙәрен һуҙыуҙа әүҙем ҡатнаша, ҡеүәтле предприятиеларҙа етәксе вазифаларын биләй. Ә ғүмеренең һуңғы йылында уға Өфө менән идара итеү бурысы ышанып тапшырыла. Беҙ Өлфәт Мансур улының исемен мәңгеләштерәбеҙ, әммә иң ҙур һәйкәлде ул үҙенә эштәре менән ҡойҙо, тине Радий Хәбиров.
Бер йыл ваҡыт үткән, әммә күңел яралары уңалмай. Бигерәк тә әсә йөрәге ауыр юғалтыуға һаман ышана алмай. Улым ҡыҫҡа ғүмерле булды, әммә лайыҡлы йәшәне, тине Өлфәт Мостафиндың әсәһе Миләүшә Мәхәмәтшәрип ҡыҙы.
Өлфәт Мостафин яҡташтары менән бәйләнеште бер ваҡытта ла өҙмәй, бигерәк тә тыуған мәктәбен ярҙамынан ташламай. Үҙе уҡыған кабинетта технология кабинеты астырып теген машиналары алып ултырта, уҡыусыларҙың мәктәп партаһында уҡ һөнәр алып сығыуын теләй. Компьютер класы ойоштора. Яҡташтарына кәңәштәре менән дә ярҙам итә.
Өлфәт Мостафиндың ғүмере коронавирус эҙемтәләренән өҙөлә. Өлфәт Мансур улы яҡшы дуҫ та, тәжрибәле етәксе лә булды, ти хеҙмәттәштәре.
Саҡмағоштар билдәле шәхестең иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Белем усағының музейында Өлфәт Мостафинға арналған экспозицияларҙы күрергә мөмкин. Яҡташтары әйтеүенсә, Өлфәт Мансур улының тормош һәм хеҙмәт юлы йәш быуынға күркәм өлгө.
Рәмзиә Кәримова