Башҡортостанда ике миллиондан ашыу кеше халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашҡан

 Статистик мәғлүмәт йыйыу кампанияһында Ишембай районында йәшәүселәр ҙә әүҙемлек күрһәтә. Анкета һорауҙарына яуап биреүселәр ҡырҡ меңгә еткән. Биләмәлә 26 иҫәп алыу участкаһы эшләй, уларҙың етәүһе ауыл биләмәләрендә урынлашҡан.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Күп функциялы үҙәккә килеп тә, әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтергә мөмкин. Иҫәп алыусыларға көсөргәнеш ҙур, һәр ҡайһыһы кәмендә ярты мең кеше тураһында мәғлүмәт йыйырға тейеш.

Иҫәп алыусылар барлыҡ мәғлүмәтте планшеттағы махсус программаға тултыра. Барлығы 33 һорау, уларҙың күбеһе социаль-демографик йүнәлештә. Шулай уҡ милләт һәм телдәрҙе белеүгә ҡағылышлы мәғлүмәт тә алына.

Гөлназ Хәйбуллина