Республика иҫәпселәре халыҡ иҫәбен алыу тураһында шиғырҙар флешмобы башлап ебәрҙе

Алтмышынсы йылда яҙылған шиғыр бөгөн дә актуаль. Дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса төбәк органы хеҙмәткәрҙәре халыҡ иҫәбен алыу тураһында шиғырҙар флешмобы башлап ебәрҙе. Бөгөн улар 1960 йылдағы кампанияға бағышлап яҙылған әҫәрҙе уҡыны.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Вадим Шефнер ижад иткән шиғыр юлдары флешмобҡа старт бирҙе. Бөгөн уны иҫәп алыусылар уҡый. «Стастистка» тип аталған әҫәр әле лә көнүҙәклеген юғалтмай, ти улар.

Халыҡты гражданлыҡ бурысын үтәүгә, ил үҫешенә өлөш индереүгә, вайымһыҙ булмаҫҡа өндәй. Ойоштороусылар был башланғысты башҡа ирекмәндәр дауам итеренә ышына. Сөнки халыҡ иҫәбен алыуҙың мөһимлеген уларҙан да яҡшы аңлаусылар юҡ.

Халыҡ иҫәбен алыу халыҡты һанау ғына түгел, киләсәкте лә хәстәрләү. Үҫеш векторын ошо ваҡытҡа актуаль мәғлүмәттәр менән синхронлаштырмай тороп алға китеү мөмкин түгел. Уның һөҙөмтәләре тиҫтә йылға алға ҡарау мөмкинлеге бирә.

Айнур Кәбиров