“Юғары әҙерлек” режимы указына ярашлы, коронавирустан прививка яһатмаған ололар өйҙә ултырырға тейеш. Социаль хеҙмәткәрҙәр пенсионерҙарға барып хәл белешә, аҙыҡ-түлек, дарыу алып килә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, аҙна дауамында белгестәр 10 меңдән ашыу оло йәштәге кешелә булған. 1 меңдән ашыу пенсионер вакцина эшләткән, тағы ошо сама кеше изоляцияла ҡалмаҫ өсөн прививка яһатырға теләк белдергән. Бындай ололар өсөн махсус вакциналау пункты булдырыла. Өфөлә ул Коммунистик урамы 39-сы йорт адресы буйынса “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” бинаһында урынлашҡан. Оло йәштәгеләр өсөн вакциналау урындары шулай уҡ Ҡалтасы, Күгәрсен, Кушнаренко, Ҡыйғы, Яңауыл, Туймазы райондарында асылған. Ололарға волонтерҙар ҙа ярҙамға килә. “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге телефоны: 8-800-201-89-03.