Башҡортостанда быйыл көҙ 2 миллион ағас үҫентеһе ултыртылған

Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 550 гектар майҙанда йәшелләндереү эше башҡарылған. “Йәшел Башҡортостан”, “Урманды һаҡлайыҡ” кеүек экологик акцияларҙа 80 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Дөйөм алғанда, 2021 йылда 7 мең гектар майҙанда 30 миллион төп ағас үҫентеһе ултыртылған, тип белдерәләр Урман хужалығы министрлығынан.