Өфө урамдары берҙәм дизайнлы буласаҡ

 Республика властары ҡаланы тәртипкә килтереү өсөн биналарҙың архитектур йөҙөн боҙоусы реклама һәм мәғлүмәти баннерҙарҙы һүтергә йыйына. Был һорау Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһендә күтәрелде.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Юбилей сиктәрендә йәмәғәт киңлектәренә лә ҙур иғтибар бүленәсәк. Атап әйткәндә, Инорстағы Йылы күл яры, Дим биҫтәһендә үҙәк парк, Дан бульвары һәм Черниковкалағы Нефтехимиктар паркы тәртипкә килтерелә.

2023 йылда Урмансылар, Ғафури һәм Ленин парктары, шулай уҡ Аксаков исемендәге баҡса төҙөкләндерелә башлай. Ҡайһы бер объекттар буйынса тейешле документация әҙерләнә.  

Илдар Байбулатов