Пермь крайында йәшәгән күп кенә милләттәштәребеҙ халыҡ иҫәбен алыу барышында шулай тип яуап бирә. Төбәктә әле тотош илебеҙҙә кеүек йәниҫәп дауам итә. Ут күршебеҙ Пермь крайында халыҡ иҫәбен алыу барышын БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтНаил Ғәбдүшев – Ҡайын ауылының хазинаһы. Ул – сәсән телле шағир, һәләтле рәссам һәм скульптор. Ижади оҫтаханаһын халҡыбыҙҙы данлаған шәхестәрҙең портреттары биҙәй. Яңыраҡ уның шиғырҙар йыйынтығы донъя ла күргән. Ғәйнә һөйләшендә ижад ителгән ялҡынлы әҫәрҙәр милләттәштәребеҙгә саҡырыу булып яңғырай.
Миләүшә Төмәсова – иҫәп алыусы. Уның биләмәһе Барҙа районы Елпачиха ауылында. Пандемия иҫәп алыуҙы бер аҙ ҡатмарлаштырһа ла, планшеттар эште еңәләйтә генә ти йәниҫәпте башҡарыусы.
Миләүшә Төмәсова иҫәпкә алған сираттағы йорт хужалығы Марат Мозафаровтыҡы. Анкеталағы ябай һорауҙарға аныҡ яуаптар бирелә. Елпачиха ауылы уҙаманы тарихты, нәҫел тамырҙарын яҡшы белә.
Марат Мозафаров – ғаиләһенең шәжәрә һаҡсыһы ла. Уның нәҫел ағасы 24 быуындан тора.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Елпачихаға 800 йыл. Ауыл оҙаҡ йылдар дауамында кантон үҙәге булған, ике исеме бар. Ерле телдә Үдик тип ти йөрөтәләр. Рәсми атамаһы – Елпачиха. Топонимдың килеп сығышы башҡорт телендәге ялпаҡ һүҙе менән бәйле, ти тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр.
Пермь крайында төпләнгән милләттәштәребеҙ Ғәйнә волосы старшинаһы, эре тау сәнәғәтсеһе һәм Рәсәй империяһының уложенная комиссияһында башҡорттарҙан тәүге депутат Туҡтамыш Ишбулатов менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана.
Барҙа районы үҙәгендәге иң күркәм паркты арҙаҡлы шәхестең һыны биҙәй. Эргәлә генә дуҫлыҡ күпере. Ул Туҡтамыш Ишбулатов паркын Ғабдулла Туҡай паркы менән тоташтыра.
Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе Әнисә Мәүликәева был тәрән мәғәнәгә эйә булыуын да билдәләй. Пермь крайында туғандаш халыҡтар иңгә-иң терәшеп дуҫ һәм татыу йәшәй. Заман шауҡымына ҡарамаҫтан ғәйнә башҡорттары милли үҙаңын һаҡлап ҡалыуға өлгәшкән.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Пермь крайында 40 меңдән ашыу милләтәшебеҙ йәшәй. Быйылғы статистика кампанияһы һөҙөмтәһе буйынса ла күрһәткестәр кәм булырға тейеш түгел, тигән өмөттә ҡала Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов.
Пермь крайы башҡорттары төбәк халыҡтары гөлләмәһендә сағыу урын алып тора. Тау сәнәғәтселәре Туҡтамыш Ишбулатов менән Исмәғил Тасимовтың вариҫтары илебеҙ киләсәгендә лә яҡты эҙ ҡалдырыр әле.
Рафиҡ Әхмәтшин