Республика башлығы Өфөлә төҙөлгән социаль обьекттарҙы ҡараны

Радий Хәбиров “Ҡашҡаҙан” паркындағы төҙөлөш эштәре менән танышты. Сипайлово биҫтәһендәге был йәмәғәт киңлеге 2019 йылда төҙөкләндерелә башлағайны. Төҙөүселәр Ҡашҡаҙан күленең һыуын таҙартып, ҡойма ямғыр канализацияһы төҙөнө, тирә-яғына ағастар ултыртты. Шулай уҡ кәмәләр өсөн пирстар, ял урыны, балыҡ ҡармаҡлау майҙансығы төҙөлдө. Әле майҙансыҡҡа плитә түшәргә, яҡтыртҡыстар һәм бәләкәй архитектура формалары урынлаштырыу ҡаралған. Республика етәксеһе Маршал Жуков урамынан паркка ҡарай хәүефһеҙ үткәүел төҙөргә кәрәклеген белдерҙе. Артабан Радий Хәбиров Сипайлово биҫтәһенең Яр буйы урамында урынлашҡан аллеяны ҡараны. Бындағы 100 ағасты республика башлығы 155-се мәктәп уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре менән ултыртҡайны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, ағастарҙың күбеһе яҡшы үҫә, тик артабан үҫентеләрҙе даими тәрбиәләп тороу мөһим. Башҡортостан етәксеһе Киров районының “Көньяҡ” паркын да ла булды. Унда төҙөкләндереү эштәренең төп өлөшөн 15 ноябргә тамамлу ҡарала.