Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар 85 мең ярымға етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә 672 кешелә вирус табылған, 33 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып 2 мең 585 кеше коронавирус ҡорбаны булған. Әле 7 мең 354 кеше өй шарттарында, 900-ҙән ашыу пациент стационарҙа дауалана. Табиптар әйтеүенсә, сирлеләрҙең күбеһе 60 йәштән өлкәндәр.