Саҡмағош районында алты фельдшер-акушер пункты төҙөлә

 Модулле биналар “Сәләмәтлек” милли проектына ярашлы барлыҡҡа килә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡарғалы, Ҡалмашбаш, Ҡашҡар, Имәнлеҡул, Тайнаш һәм Иҫке Үҙмәш ауылында фельдшер-акушер пункттары була. Заманса йыһазландырылған биналарҙа 2 меңдән ашыу кеше сифатлы медицина ярҙамы аласаҡ, тип белдерәләр Саҡмағош районы хакимиәтенән.