8 ноябрҙән коронавирустан вакциналыу буйынса яңы сертификат бирелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ленинград өсөн алышҡан ветерандарға 50 мең һум түләнә. 1 ноябрҙән бөтә онлайн һатыусылар “Мир” картаһы менән иҫәпләшеү мөмкинлеген булдырырға тейеш. 9 ноябрҙән 9 дәүләт менән авиабәйләнеш ҡайтанан тергеҙелә. Мәҙәниәт, спорт, туризм, йәмәғәт туҡланыуы һәм күңел асыу тармағында эшләгән эшҡыуарҙар льготалы кредит юллай ала. Бынан тыш, һәр хеҙмәткәр өсөн бер минималь эш хаҡына тиң грант бирелә. Коронавирус асыҡланған кешегә кредит йәки займды түләү шарттарын үҙгәртергә рөхсәт ителә.