Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә «Нива» автомобилдәре асҡыстарын тапшырҙы. Шулай уҡ тармаҡ хеҙмәткәрҙәре юғары награда менән бүләкләнде. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева репортажы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтДүрт ай эсендә эшләгән хеҙмәт өсөн өр-яңы «Нива»! Студентҡа. Кемдер ышанмаҫ. Әммә был ысынбарлыҡ. Тырышһаң була, ти Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты Эдуард Зөбәйеров. Был уңышына ул дүрт йыл буйы яҙҙан көҙгәсә баҫыуҙарҙа тир түгеп ирешкән. Быйыл Туймазы районындағы хужалыҡта 12 мең центнерҙан ашыу иген урған. Студент тәжрибәле механизаторҙар менән бергә Башҡортостан башлығы ҡулынына «Нива» асҡысын алды.
Әлим Хөснуллин иһә «Байрамғол» агрофирмаһында 741 гектар ерҙе бер үҙе урған. Учалы районындағы хужалыҡ малсылыҡ менән шөғөлләнә, шуға күбеһенсә мал аҙығы әҙерләйҙәр. «Байрамғол» агрофирмаһының берҙән-бер комбайнсыһы быйыл 1400 тонна тирәһе ашлыҡ һуҡҡан. Хатта Силәбе өлкәһенә барып ярҙам итеүен иҫәпкә алғанда был һан 1000 тоннаға күберәк. Ун биш йыллыҡ тәжрибәһе һәм яңы комбайн эште ырамлы башҡарырға ярҙам иткән.
Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре араһында конкурс быйыл ун номинация буйынса уҙғарылған. «Нива» асҡысы өсөн 2019 йылда 420 кеше дәғүә итһә, быйыл етмешкә күберәк.
Ауыл хужалығын модернизациялау, яңы техника һатып алыу өсөн былтыр 10 миллиард һум бүленһә, быйыл унан да күберәк. 300 яңы трактор, 250 комбайн һәм башҡа техника. Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан лизинг буйынса техника алыусы өсөнсө урында.
Икмәк етештереүселәр эш кейемдәрен бер көнгә генә классик костюмға алыштырҙы. Көндө-төнгә ялғап ғүмерен баҫыуҙарҙа үткәреүселәр бөгөн күкрәгенә орден тағып ҡайтасаҡ. Колонналар залында үҙ хеҙмәтенә тоғролар Радий Хәбиров ҡулынан юғары наградалар алды. 40 йылдан ашыу колхозда эшләгән Вәлийән Йәрмөхәмәтов үҙе белгәндәрен йәштәргә лә өйрәтә.
Һәр етештерелгән тонна республика ҡалаларына, эргә-тирәләге райондарға оҙатыла. Ҡырмыҫҡалы икмәген ашап ҡараусылар тап уға өҫтөнлөк биреүсән. Сөнки элеккесә ул ҡомалаҡ менән бешерелә. Иң тәмле икмәк бешереүсе ойошманы, әлбиттә, ҡатын -ҡыҙҙар етәкләй. Ҡырҡ йылға яҡын был хеҙмәткә ғүмерен бағышлаған ханымдың күкрәген бөгөндән орден биҙәй.
Хеҙмәт алдынғылары шулай уҡ «Халыҡтар дуҫлығы ордены», «Хеҙмәт ҡаһарманлығы» миҙалы һәм маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде, «Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеме менән баһаланды. Агросәнәғәт комплексы өлкәһендә иң яҡшылар исемлегенә ингән Әбйәлил, Ауырғазы, Борай, Стәрлетамаҡ һәм Дыуан райондары тәбрикләнде.
Рәмилә Исмәғилева