Өфө буйлап маршрутҡа утыҙ яңы автобус сыға

«Башавтотранс» йәмғиәтенә бөгөн «Нефаз» автобустары тапшырылды. Ул Башҡортостан транспорт министрлығы дәүләт килешеүе һәм банк менән биш йылға лизингка һатып алынған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Был – автобустарҙың икенсе партияһы, беренсеһе октябрь айында килтерелде. Улар 110С, 30-сы , 39-сы һәм башҡа халыҡ күп йөрөгән йүнәлештәргә ебәрелә. Автобустар паркын яңыртыу маршруттар араһындағы ваҡыт арауығын кәметергә, пассажирҙарға уңайлыҡтар тыуҙырырға ярҙам итә.

Рәмилә Исмәғилева