Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә юғары башҡарыу оҫталығына ирешкән йәш йондоҙҙар гала-концертынан БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБашҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһенә бер-бер артлы фестиваль-конкурс еңеүселәре күтәрелә. Жюри рәйесе Сергей Усанов ҡулынан маҡтау ҡағыҙҙары алыу һәм һоҡланыу һүҙҙәрен ишетеү йәш артистарҙың һәр береһе өсөн тулҡынландырғыс. Иң йәш башҡарыусылар төркөмөнән Анна Маэдзуки Минкустың «Дон Кихот» һәм Прайстың «Бәләкәй Сильфида»һынан вариациялар менән сығыш яһап беренсе урын яуланы..
Сергей Усанов рәйеслегендәге абруйлы жюриҙы Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Яҡут ҡалалары балет мәктәптәре сығыштары әсир итте.
Екатеринбургтан Урал хореография колледжына «Балет» журналының махсус призы тапшырылды. «Импровизация» номинацияһында Аксения һәм Наталья Посельскаялар исемендәге балет мәктәбенән Алисия Пак менән Иван Одинцовтар, Рудольф Нуриев исемендәге колледж уҡыусыһы Рөстәм Сәйғәфәров беренсе урындарҙы бүлеште, Даниэль Хәсәнов «Халыҡ бейеүе» номинацияһында икенсе урын яуланы.
Р. Нуриев исемендәге халыҡ-ара фестиваль-конкурс барышында пандемияға бәйле хәүефһеҙлек талаптары теүәл үтәлде. 39 конкурсант араһынан иң һәләтле һәм сағыу йәш йондоҙҙар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә сығыш яһаны. Тап ошо бәләкәй йондоҙҙар киләсәктә балет һәм халыҡ бейеү сәнғәтенең йөҙөн билдәләйәсәк . Киләсәктә халыҡ-ара конкурс-фестиваленең географияһы күпкә киңәйер тип күҙаллана.
Конкурс өс көн дауам итте. Көсөргәнешле ярышта өлкәндәр төркөмөндә Яҡутск ҡалаһынан Иван Одинцовҡа етеүсе булманы. Ә бәләкәстәр төркөмөндә иһә беренсе булыу бәхете Рудольф Нуриев исемендәге хореография колледжы уҡыусыһы Анна Маэдзукиға йылмайҙы. Халыҡ-ара фестиваль иң сағыу сығыштарҙан торған гала-концерт менән тамамланды.
Гүзәл Борханова