Республика менән идара итеү үҙәгенә вакциналау мәсьәләһе буйынса йыш мөрәжәғәт иткәндәр. Уҙған аҙнала халыҡтан 6 меңдән ашыу хәбәр килгән. Коронавирустан вакциналау – беренсе урында, һаулыҡ һаҡлау, төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, социаль яҡлау темалары ла күп осрай. Халыҡ мөрәжәғәттәре “Инцидент-менеджмент” системаһы һәм Кире бәйләнеш платформаһында теркәлә.