Быйыл хужалыҡтар 2 миллион 200 мең тонна иген, 900 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө, 300 мең тонна көнбағыш урып йыйған. Малсылыҡҡа килгәндә, 9 айҙа 1 миллион 300 мең тонна һөт, 250 мең тоннанан ашыу ит етештерелгән. Инвесторҙар ҙа ауыл хужалығын һайлай. Тармаҡта 120 миллиард һумға 69 проект тормошҡа ашырыла. 7 меңдән ашыу фермерға ауыл хужалығында етештерелгән тауарҙың 15 проценты тура килә.