Һатып алыусыларҙы башҡа кешенең вакцина сертификаты менән үткәргән сауҙа нөктәләре яуапҡа тарттырыла. Башҡортостан парламенты ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары баш ҡалалағы сауҙа үҙәктәрен ҡараны. “Әле вакциналау ҡағыҙын тикшереү тәртибе камил түгел”, - ти парламент вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 22 мең 260 кеше вакцина яһатҡан. Прививка алырға тейешле халыҡтың 54 проценты иммунизацияны тамамлаған. Бер тәүлек эсендә 669 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған, 36 ауырыу вафат булған. Стационарҙа дауаланған 880 сирленең 35-е ауыр хәлдә, тип белдерә табиптар. Белгестәр ял көндәрендә прививка яһатырға, каникулды һаулыҡ өсөн файҙалы итеп үткәрергә, йәмәғәт урындарына бармай торорға өндәй.