Үҙеңдеке түгел икән, яза ҡарала. Һатып алыусыларҙы башҡа кешенең вакцина сертификаты менән үткәргән сауҙа нөктәләре яуапҡа тарттырыла. Башҡортостан парламенты ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары баш ҡалалағы сауҙа үҙәктәрен ҡараны. Парламент вице-спикеры Рөстәм Ишмөхәмәтов:
- Кешеләр сауҙа үҙәктәренә башҡаларҙың вакцина сертификатын күрһәтеп, еңел генәүтә лә китә. Сөнки шәхесте билдәләгән документтарҙы бер кем дә тикшермәй. Бер үк сертификатты әллә нисә тапҡыр күрһәтергә мөмкин. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәрҙең сертификатын күрһәтеп инә ала. Һәм киреһенсә, ирҙәр ҡатындарҙыҡын. Һаҡсылар бары тик сертфикатты ҡарай. Был әлбиттә хәүеф тыуҙыра. Илдә ялдар коронавирус инфекцияһы таралыуын туҡтатыу маҡсатында индерелде. Әммә асылда күптәр был ялдарҙы ҡунаҡҡа йөрөү, сауҙа нөктәләренә барыу өсөн ҡуллана. Сауҙа үҙәктәре кеше менән туп-тулы. Шул уҡ ваҡытта вакцина алмаған кешеләр сикләүҙәргә иғтибар итмәй. Бының кире һөҙөмтәһе булыуы ихтимал. Халыҡ күпләп тегендә-бында йөрөгәс, вирустың тағы ла нығыраҡ таралыуы мөмкин. Шуға ла башҡа кешеләрҙең сертификатын ҡулланып, сауҙа үҙәктәренә ингән граждандарҙы ла, уларҙы үткәргән сауҙа үҙәктәрен дә яуапҡа тарттырырға кәрәк. Мәсьәләне өйрәнәбеҙ, булған закон нормалары етмәһә, оператив рәүештә үҙгәрештәр индерәсәкбеҙ.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРеспублика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 22 мең 260 кеше вакцина яһатҡан. Прививка алырға тейешле халыҡтың 54 проценты иммунизацияны тамамлаған. Бер тәүлек эсендә 669 кешелә коронавирус инфекцияһы раҫланған, 36 ауырыу вафат булған. Стационарҙа дауаланған 880 сирленең 35-е ауыр хәлдә, тип белдерә табиптар.