Бөгөн Башҡортостан халҡы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ноғман Мусин менән хушлаша. Әҙипте һуңғы юлға оҙатыу Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында уҙҙы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБер ай тирәһе элек кенә ул тыуған ауылы Ҡолғона урамында бейеп йөрөй ине. Ноғман Мусиндың 90 йәшлек юбилейына яҡындары, ауылдаштары, ижадташтары, йәмәғәт вәкилдәре килде. Халыҡ яҙыусыһы тыуған мәктәбенә үҙенең исемен биреүҙә ҡатнашты. Әҙәбиәт аҡһаҡалы мәктәп эргәһендәге Ноғман аллеяһына ағастар ултыртты.
Үткер ҡәләме менән ғүмер буйы урман һаҡсыһы булған әҙип юбилей сараһында Маҡар урман хужалығына эшкә инәм тип шаяртты. Тик оло байрамдан һуң мәкерле сир арҡаһында үҙе ҡырҡылған ағастай ауыр тип бер кем дә күҙ алдына килтермәне. Яҙыусы аҙна элек кенә ҡыҙын да юғалтҡайны.
Әҙәбиәткә тәүге аҙымдарын ул Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында уҡыған сағында уҡ яһай. Күп һанлы хикәйәләр һәм очерктар, повестар һәм романдар ижад итә. Күренекле прозаик 50-нән ашыу китап авторы. «Зәңгәр тауҙа аҡ болан», «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға» һәм башҡа күп романдары, повестары һәм хикәйәләренең протатиптары - ауыл кешеләре, замандаштары.
Яҙыусы һуңғы көндәренә тиклем йәмәғәт эштәрендә ҡатнашты. Оло йәшенә ҡарамаҫтан,Туған телдәр көнөндә халыҡ-ара диктанттан да ситтә ҡалмауы күпте һөйләй. Быйыл яҙ ул Яҙыусылар форумында ҡатнашты.
Ноғман Мусин ике йәшендәге генә атайһыҙ ҡалған. Әммә атаһында булған бөтә матур сифаттар ҙа уға күскән. Үҙе ғүмерендә ул бер нисә йорт һалған. Өй эсендәге йыһазды: өҫтәл, ултырғыстарҙы ла үҙ ҡулдары менән яһаған. Ҡолғонала йорт-музейы эшләп килә. Балта оҫтаһының эш ҡоралдары унда һаҡлана.
Ҡолғона ауылында социаль-мәҙәни үҙәк һалдырыуҙа ла Ноғман Мусиндың тырышлығы булған. Шулай уҡ башҡорт тайгаһындағы ауылға юл төҙөтөүҙә уның үткер һүҙе бар.
Ноғман Сөләймән улы ауылына һуңғы ҡайтыуында балаларға киләсәккә хат ҡалдырҙы. Ул әҙиптең музейында һаҡлана. Ниндәй васыят ҡалдырғанын йәш быуын ун йыл үткәс асып уҡыр. Ә әҙәбиәт аҡһаҡалы ҡалдырған әҫәрҙәр быуаттар аша мәңгелек урман булып шаулар. Ноғман Мусин тыуған ауылы Ҡолғонала ер ҡуйынына тапшырыла.
Рәмилә Исмәғилева