Йәшел энергетикаға йәшел ут...

«Полиэф» предприятиеһында ҡояш электростанцияһы төҙөлөшө дауам итә. Объект 70 процентҡа әҙер. Проект ҡеүәте яҡынса 5 МВт тәшкил итәсәк, 8 гектар майҙанда ун меңдән ашыу фотоэлектрик модуль ҡуйыла. Инвестициялар күләме 250 миллион һумдан ашыу.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Киләһе йыл башында электр станцияһы төҙөлөшө тамамланыу менән предприятиела экологик яҡтан таҙа энергия ҡулланыла башлай. Ул тәү сиратта, пэт-материалдарҙы икенсел эшкәртеү ҡулайламалары өсөн тәғәйенләнә. Был йүнәлеш производствола углерод эҙен кәметер тип көтөлә. 

Фотоэлектрик модулдәрҙе нығытып ҡуйғандан һуң кабель-сымдар һуҙырға кәрәк. Бер панелдең ауырлығы яҡынса 30 килограмм. Ҡояш энергияһын йыйыуға махсус ҡулайлама ҡуйылған. Унан объектҡа энергия ебәрелә.

Николай Киселев, төҙөүсе

Гөлназ Хәйбуллина