Өфөлә йәнә закон талаптарын үтәмәүселәрҙе асыҡлау буйынса рейд уҙҙы. Автомобилдәрен тәғәйенләнмәгән урындарға ҡуйырға яратыусыларға ҡарата йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре протоколдар төҙөнө.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтГазондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында автомобилдәр ҡуйған осраҡта граждандарға 1-2 мең һум, вазифа биләүсе шәхестәргә 5 мең һумдан 10 мең һумға, юридик шәхестәргә 10 меңдән 30 мең һумғаса штраф янай.
Ҡағиҙә боҙоу ҡабатланған осраҡта штраф күләме 3 меңдән 50 мең һумға тиклем арта. Бындай рейдтарҙың төп маҡсаты – йәйәүлеләр хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм йәшел зоналарҙы һаҡлау.
Гөлдәриә Йосопова