БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Шәйехзада Исҡужинға 90 йәш

Ветерандарға ихтирам. Хәйбулла районы хакимиәте етәкселеге Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Шәйехзада Исҡужинды 90 йәшлек юбилейы менән тәбрикләне. Райондың почетлы гражданинына Рәсәй президенты һәм республика башлығы исеменән ҡотлау хаттары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шәйехзада Рәхимйән улы хеҙмәт ялын зоотехник булып башлап, хаҡлы ялға сыҡҡансы, агросәнәғәт өлкәһендә эшләй. Аҡъяр совхозын етәкләй. Фиҙакәр хеҙмәте дәүләт наградалары менән билдәләнгән.

Гөлназ Хәйбуллина