Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, медицина белешмәһен рөхсәтһеҙ эшләгән 300-гә яҡын кеше асыҡланған, 2 меңдән ашыу сайт эшмәкәрлеге туҡтатылған. Башҡортостанда ла ялған сертификат эшләү осраҡтары теркәлде. Полиция 40-ҡа яҡын енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ялған медицина документы өсөн ҙур штраф һалына йәки иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.