Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, 3 мең ярым ирекмән һәм 942 автоволонтер көн һайын мохтаждарға ярҙам күрһәтә. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” үҙәгенә аҙна дауамында 2 мең 400-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителгән. Радий Хәбиров башҡаларға ярҙам иткәндәргә рәхмәт белдерҙе һәм теләгәндәрҙе ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылырға саҡырҙы. “Беҙҙең хәстәрлек” үҙәге телефоны 8-800-201-89-03.