Башҡортостанда ололар өсөн вакциналау пункты иртәгә лә эшләй

Өфөлә ул Коммунистик урамы 39-сы йорт адресы буйынса “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” бинаһында урынлашҡан. Оло йәштәгеләр өсөн вакциналау урындары шулай уҡ Ҡалтасы, Күгәрсен, Кушнаренко, Ҡыйғы, Яңауыл, Туймазы райондарында асылған. Акция һәр кесаҙна уҙғарыла. Ололарҙы автомобилдә бушлай алып килеү һәм илтеп ҡуйыу ойошторолған. Вакциналау йәки ревакциналауға “Берҙәм Рәсәй” партияһының шылтыратыуҙар үҙәге аша яҙылырға була. Телефоны – 8-800-201-89-03.