Шулай уҡ реанимацияға һалынған сирлеләр күбәйә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, үткән тәүлектә 673 кешелә “ковид-19” инфекцияһы раҫланған, 27 ауырыу вафат булған. Стационарҙа дауаланған 1 мең самаһы пациенттың 70-е ауыр хәлдә, тип белдерә табиптар. Бер тәүлек эсендә 22 меңгә яҡын кеше вакцина яһатҡан. Прививка алырға тейешле халыҡтың 55 проценты иммунизацияны тамамлаған.