Тәлғәт Тажетдин: “Милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлек - иң ҙур байлығыбыҙ”

“Беҙ халыҡтар дуҫлығы менән көслө”. Башҡортостан – күп милләтле төбәк. 2010 йылда уҙғарылған халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, республикала 160 милләт йәшәй, улар 13 этник төркөмгә ҡарай.  “Милләт-ара татыулыҡ һәм берҙәмлек - иң ҙур байлығыбыҙ”, - ти Рәсәй мосолмандары Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала 70 милли берләшмә иҫәпләнә, Башҡортостан халыҡтары Ассамблеяһы эшләп килә. Бында төпләнгән ҡырғыҙҙар төбәк тормошонда әүҙем ҡатнаша, ти Башҡортостан ҡырғыҙҙары милли-мәҙәни ойошмаһы рәйесе, Башҡорт дәүләт университеты доценты Соно Әлиева.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иртәгә Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө билдәләнә. Байрам уңайынан ойошторолған саралар онлайн тәртиптә үтә.