«Шүлгәнташ мәмерйәһе»ндә француз белгестәре

Улар төҙөлөп ятҡан Тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы менән танышты. Әммә эш сәфәренең төп маҡсаты был түгел. Франция рәссамдары алдында мәмерйәнең күсермәһен эшләгәндә һүрәттәрҙе ысынбарлыҡҡа яҡын килтереп эшләү бурысы тора.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Шуға күрә белгестәр тәүтормош эҙҙәрен тағы берҙе тикшереү, һәр деталде иҫәпкә алыу менән шөғөлләнде. Күләмле эш тәбиғәт ҡомартҡыһын ЮНЕСКО-ға индереү сиктәрендә башҡарыла. Теманың дауамы хәбәрсебеҙ Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала.

Тәүтормош эҙҙәре сит ил белегестәренең иғтибар үҙәгендә. Рәсемдәрҙең ҙурлығы үлсәнә, уларҙың төп нөсхәһе фотоға төшөрөлә, төҫтәр тап килтерелеп һайлана. Был бөтә донъяға киң билдәле реставраторҙар башҡарған эштәрҙең бер өлөшө генә. Уларға «Шүлгәнташ» мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең дөрөҫ күсермәһен әҙерләү бурысы йөкмәтелгән. Экспонат Бөрйән районында төҙөлөп ятҡан музей комплексында урын аласаҡ.  

Беҙ уникаль урындабыҙ. Оҡшаш һүрәттәр 4 мең километр алыҫлыҡта Европала ла табылған. Уларҙы шедевр тип әйтергә мөмкин. Әле мәмерйәлә микроклиматты һаҡлау өсөн бик күп эш башҡарыла. Был бик ҡыуаныслы.

Эудаль Гуилламет, рәссамдар координаторы, ҡая сәнғәте буйынса халыҡ-ара эксперт / Андорра кенәзлеге /

Андорра белгесе Бөрйән районында йыш ҡунаҡ. Быға тиклем ул тарихи- мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса дүртенсе Халыҡ-ара симпозиумында ҡатнаша. Һуңғараҡ мәмерйәне заман граффитиҙарынан таҙарттыртҡанда боронғо кешеләр яһаған  дөйәне таба. Милли ҡомартҡыны яҡшы белгән Эудаль Гуилламет факсимиле, йәғни рәсемдәрҙең ысынбарлыҡҡа яҡын булған, дөрөҫ һәм тулы күсермәһен эшләргә лә ярҙам итә.

Технология күҙлегенән ҡарағанда, панно заманса материалдарҙан эшләнә. Башлыса экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы каучук ҡулланыла. Француз рестовраторҙары был юлы ярҙамға өс рәссамды алып килә. Быға тиклем улар «Шүлгәнташтың» 3д моделенә һәм фоторәсемдәргә таянып факсимиле эшләй башлаған.

Эш сәфәренең бурысы – мәмерйәләге һүрәттәрҙе панноға күсергән саҡта бәләкәй деталдәрҙе һүрәтләү өсөн, улар менән яҡындан танышыу. Мәмерйәләге һүрәттәр нисек бар, музейҙа ла шулай булырға тейеш.

Бында килеүебеҙ беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Фотографиялағы һүрәттәрҙе хәҙер үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ. Әлбиттә, тәьҫораттарҙы әйтеп бөтөрлөк түгел. Иң мөһиме, ул күләгәләр. Рәсемдәр уңдан-һулдан төрлөсә ҡабул ителә. Барыһын да иҫәпкә алабыҙ.

Жюли Голон, рәссам-реставратор /Франция/

Рәсәйҙә аналогы булмаған берҙән-бер музей комплексын төҙөү дауам итә. Факсимиле тап ошонда урынлашасаҡ. Күп йылдар ҡая сәнғәтен реставрациялау йүнәлешендә эшләгән Ален Далес командаһының тәжрибәһе ҙур. Улар Францияла табылған Шаве һәм Ласко мәмерйәләренең факсимиляһын эшләй. Әлеге ваҡытта Коске исемле һыу аҫты мәмерйәһе һүрәттәрен һаҡлап ҡалыу менән шөғөлләнә.

Проектта ҡатнашыуыма бик шатмын, музейҙың ҙурлығы ысынлап та, хайран ҡалдыра. Бында ҡуйыласаҡ панноның күп өлөшө әҙер. Бәләкәй  деталдәрҙе һәм күләмен асыҡлау өсөн килдек. Рәсемдәрҙең күсермәһе төп нөсхәһенән айырылырға тейеш түгел.

Ален Далис, Монтиньяк ҡалаһының “Аrc&Os” оҫтаханаһы етәксеһе /Франция/

«Шүлгәнташ»тың Ер йөҙөндә берҙән-бер һәм ҡабатланмаҫ тәбиғәт ҡомартҡыһы икәнлеген сит ил ғалимдары ла күптән билдәләй. Мәмерйәне Юнеско ҡарамағындағы бөтә донъя мираҫы исемлегенә индергәндә уларҙың фекере иҫәпкә алына. Ә бына музей комплексын төҙөү «Шүлгәнташ»ты Юнеско ҡарамағындағы бөтә донъя мираҫы исемленә индереү өсөн төп шарттарҙың береһе.

Сит ил белгестәренең киләһе сәфәре декабргә билдәләнгән. Унда реставраторҙар әҙер панноларҙы алып килеп урынлаштыра башлаясаҡ. Монтажлау эштәрен 2022 йылдың башында тамамалу, ә 7 экспозиция залынан торған музейҙы киләһе туристик миҙгелгә асыу күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова