Инспекторҙар репродуктор менән йыһазландырылған автомобиль ярҙамында граждандарҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныштыра. Благовещен районында ойошторолған профилактик эш тураһында ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтРепродуктор менән йыһазландырылған машина көнөнә биш-алты ауылды урап сыға. Һәр биләмәлә сәғәт ярымлыҡ иҫкәртеү саралары уҙғарыла. Иғландар башҡорт һәм рус телдәрендә яңғырай.
Төбәктең янғынға ҡаршы хеҙмәте белгестәре Благовещен районы Үрге Иҙәк ауылы буйлап автомобилдә йөрөй. Тиҙлекте арттырмай, яй ғына барырға тура килә. Сөнки хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында мәғлүмәт менән күберәк кешене таныштырыу маҡсаты ҡуйылған. Быға тиклем инструкторҙар профилактик рейдтарҙа өйҙәр буйлап йөрөһә, хәҙер ковид-19 инфекцияһы таралыу хәүефе юғары булыу сәбәпле эшмәкәрлеккә үҙгәрештәр индерелә.
Башҡортостандың янғындарҙы иҫкәртеү хеҙмәте үҙәге ҡарамағында ошондай егерме автомобиль бар, уларҙың һәр ҡайһыһы репродуктор менән тәьмин ителгән. Граждандарҙы иҫкәртеү эше, бигерәк тә, ял көндәрендә көсәйтелә.
Ковидҡа ҡаршы сикләүҙәргә бәйле инспекторҙар граждандар менән осрашып инструктаж үткәрә алмай. Шуға күрә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре хаҡында мәғлүмәтте почта йәшниктәрендә лә ҡалдырырға тура килә. Ауыл биләмәһендә ойошторолған мобиль төркөм ағзалары ла иҫкәртеү сараларында әүҙемлек күрһәтә.
Һуңғы биш йылда Башҡортостанда янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ярҙамында 655 кешенең, шул иҫәптән 252 баланың ғүмере ҡотҡарылған. Төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, уяу булырға саҡыра.
Яңыраҡ Благовещен районы Үрге Иҙәк ауылындағы дачаларҙың береһендә лә тап йылытыу ҡоролмаһы боҙолоуҙан янғын сыҡҡан. Бәхеткә, бер кем дә зыян күрмәй. Бар мөлкәтте һаҡлап алып ҡалалар. Шулай ҙа оло бәләгә тарымаҫ өсөн иғтибарлы булыу мөһим. Инспекторҙар билдәләүенсә, «Иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған». Репродуктор тауышын да аңлап ҡабул итеү мөһим.
Гөлназ Хәйбуллина