Рәсәйҙә «Ҙур этнографик диктант» старт алды

Ул 7 ноябргә тиклем уҙа. Халыҡ-ара мәғрифәт акцияһында теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн МирЭтно нөктә ру сайтына инеп диктант һорауҙарына яуап бирергә кәрәк.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сара Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналып алтынсы тапҡыр уҙғарыла. Был юлы ул «Халыҡтар күп – ил берәү!» тигән девиз аҫтында үтә. Диктантты рус, инглиз, ҡытай һәм испан телдәрендә яҙырға мөмкин.

Барлығы 30 һорау төҙөлгән, уларҙың бер өлөшө төбәк тарихы һәм этнографияһын үҙ эсенә ала. Тест һорауҙарына яуап биреү өсөн 45 минут ваҡыт бирелә. «Ҙур этнографик диктант»ты тәүгеләрҙән булып республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы хеҙмәткәрҙәре яҙҙы. 

Әлфинә Килдейәрова