Максим Забелин: “Индерелгән сикләүҙәр һөҙөмтә бирә”

Башҡортостан – коронавирустан вакцина яһатыусылар һаны буйынса илдә 13-сө урында тора. Өфө, Бүздәк, Саҡмағош, Шишмә һәм Әлшәй райондарында халыҡтың 90 проценты прививка эшләткән. Был турала коронавирус менән көрәш буйынса оператив штаб ултырышында белдерелде. Республикала вакцинаның беренсе компонентын 1 миллион 700 мең самаһы кеше алған. 1 миллион 358 меңе иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, ялдарға бәйле вакцина яһатыусылар бер ни тиклем кәмегән. Прививка ҡаҙатыусылар аҙ булған райондарҙа сирлеләр арта. Бишбүләк, Баҡалы, Туймазы, Федоровка һәм Йылайыр райондары ошо исемлеккә ҡарай. “Үткән аҙнала республикала ковид-госпиталдәрҙә урындар 1 меңгә ҡыҫҡартылған. Был ауырыуҙар һаны аҙайыу менән бәйле. Индерелгән сикләүҙәр һөҙөмтә бирә, тине Максим Забелин.

    Коронавирустан прививка яһатмаған кешеләр ҡаты сирләй. Тап ундайҙар араһында вафат булыусылар күп. Реанимацияла ятҡан һәм үпкәне яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған пациенттарҙың иммунизация үтмәүе йәки ялған сертификат алыуы асыҡлана. Белгестәр әйтеүенсә, бары тик вакцина коллектив иммунитет булдырырға ярҙам итә.  Республика ҡан тапшырыу станцияһы бүлек мөдире Фирүзә Хәлилова:

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

    Республикала Ситуация үҙәге эшләй. Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә. Бәйләнеш телефоны: 8(347) 218-19-19.

   Республика Башлығының Контроль идаралығы сауҙа үҙәктәре, кинотеатр, матурлыҡ салоны, фитнес клуб һәм мәҙәниәт учреждениеларында һәм йәмәғәт транспорты санитар талаптар үтәлешен тикшерә. Радий Хәбиров вакцина яһатмаған граждандарға ҡарата ҡабул ителгән сикләүҙәр үтәлешен тикшереүҙе көсәйтергә ҡушты. Республикала 1 декабрҙән яңы сикләү саралары ғәмәлгә инә. Шифахана һәм ял йорттарына барыусылар мотлаҡ вакцина сертификатын күрһәтергә тейеш.