Өсөнсө быуын Халыҡ университеты базаһында ойошторолған үҙәк оло быуын вәкилдәрен хеҙмәтләндерә. Бында 60 йәштән өлкәнерәктәр һәр кесаҙна коронавирустан прививка яһата ала.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтУларға транспорт менән ирекмәндәр ярҙам итә. Бөгөн байрам айҡанлы вакцина ҡаҙатыусыларға бүләктәр ҙә тапышырылды. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова дауам итә.
Байрам көнө булыуға ҡарамаҫтан Рөстәм Ишмөхәмәтов таңдан уҡ уҡ руль артында. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары бөгөн ирекмән ролендә. Ул оло йәштәгеләрҙе үҙ автомобилендә вакцинация пунктына алып бара, кире өйҙәренә илтеп ҡуя. Сиратта-Татьяна Смирнова. Хаҡлы ялдағы ханым прививканың тәүге компонентын яһатҡан, хәҙер икенсеһенең ваҡыты еткән.
Өсөнсө быуын халыҡ университеты базаһында асылған вакцинация пункты табиптары әйтеүенсә, кешеләрҙең кәйефе яҡшы. Сөнки бында хеҙмәтләндереү юғары кимәлдә ойошторолған. Бында тәүҙә прививкаға килеүселәрҙең сәләмәтлек торошо тикшерелә, ҡан баҫымы үлсәнә. Ә вакцинациянан һуң ошонда уҡ ял итеп, сәй эсеп алырға мөмкин.
Бер аҙна элек асылған вакцинация пунктында һәр кесаҙна оло йәштәгеләр хеҙмәтләндерелә. Бөгөн прививка ҡаҙатыусыларға байрам айҡанлы бүләктәр ҙә тапшырылды. Наборҙар «Беҙҙең хәстәрлек» проекты сиктәрендә әҙерләнгән.
Хәүефһеҙ вакцинация «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең проекты. Йәғни партия ағзалары оло йәштәгеләргә прививка яһатыу пункттарына барырға ярҙам итә. Ғаризалар кол үҙәк аша ҡабул ителә.
Акция оло йәштәгеләр араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана, мөрәжәғәт итеүселәр күп. Шуға күрә ойоштороусылар изге эшкә башҡа автоирекмәндәрҙе лә ҡушылырға саҡыра.
Рәмзиә Кәримова