Башҡортостанда вакцина яһатмаған кешеләр өсөн сикләүҙәрҙең үтәлешенә контроль көсәйтелә

Бындай ҡарар коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штаб кәңәшмәһендә ҡабул ителде. 

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Оҙайлы ял көндәренә ҡарамаҫтан төбәк етәксеһенең Контроль идаралығы белгестәре эпидемияға ҡаршы сараларҙың үтәлешен тикшереүҙе туҡтатмай. Улар барышында ҡайһы бер ҡалаларҙа тәртипте ҡабатлап боҙоу осраҡтары асыҡланған. Шуға ла Радий Хәбиров сауҙа үҙәктәрендә тикшереү сараларын көсәйтеү бурысы ҡуйҙы.

Бынан тыш, ул оператив штабтың киләһе ултырышына сәнәғәт һәм төҙөлөш предприятиелары етәкселәрен саҡырырға ҡушты. Улар хеҙмәткәрҙәрҙе вакцинациялау графигының үтәлеше тураһында һөйләргә тейеш. Прививка - коллектив иммунитет булдырыуҙың берҙән-бер ысулы, – тине Башҡортостан башлығы.