Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына «Ларгус» автомобиле тапшырылды

Партиянан табиптарға. «Берҙәм Рәсәй»ҙәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына «Ларгус» автомобиле тапшырҙы. Транспорт сараһы махсус техника түгел, шулай ҙа медицина учреждениеһы өсөн үтә лә мөһим һәм ваҡытлы.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Пациенттар хеҙмәтләндереүгә ҡулайлаштырылған махсус техника паркы яңырып тора. Ә бына табиптарҙың үҙ ихтыяжына файҙаланырлыҡ транспорт иҫкергән.

Һуңғы арала баш ҡала табиптарының райондарға сығып ҡабул итеүҙәр ойоштороуын иҫәпкә алғанда автомобилдәр ҙә тейешле кимәлдә булыуы шарт. Юғиһә һаулыҡ һағындағыларҙың тәғәйен урынға барып етмәүҙәре лә булғылаған.

 Бер ай эсендә генә 8 районда 2200 ашыу кеше медицина тикшереүе үткән. Һораулама үткәргәндән һуң барыһының да ҡәнәғәт ҡалыуы асыҡланды. Тик бер генә районда ризаһыҙлыҡ белдереүселәр булды. Асыҡланыуынса, табиптар китеп барған микроавтобус боҙолоп ҡабул итеү ваҡыты 4 сәғәткә һуңлап башланған. Шунан башлап беҙ персоналға иҫәпләнгән техника паркын яңырта башланыҡ.

Шамил Булатов, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы баш табибы