Өфөлә Ағиҙел аша яңы һалынған күперҙең бер һыҙаты 15 ноябргә тиклем ябыла

Баш ҡала хакимиәте водителдәрҙән ғәфү үтенә һәм был сараға аңлы рәүештә ҡарараға саҡыра. Ваҡытлыса сикләүҙәр күпер эшләгәндә ҡуйылған ярҙамсы ҡорамалдарҙы алыу өсөн индерелә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Беҙгә күперҙе үткәндә хәүефһеҙлек тәьмин итеү мөһим. Шуға күрә ҡорамалдарҙы алыу менән бер рәттән ҡаршы юлды айырыу кәртәләре урынлаштырасаҡбыҙ. Эштәрҙе ике аҙнала тамамларбыҙ тип уйлайбыҙ. Әгәр автомобиль тығындары барлыҡҡа килһә, реверсҡа эшләүсе светофорҙар ҡуясаҡбыҙ.

Василий Чекуров, күпер төҙөүсе предприятие етәксеһе