Башҡортостанда мәктәп каникулдары 14 ноябргә тиклем оҙайтылды

Был турала ҡарар коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ултырышында раҫланды. Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса план буйынса уҡыуҙар 8 ноябрҙән башланырға тейеш ине.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Оператив штаб ултырышында балалар араһында бәйләнешһеҙ тәртипте ике аҙнаға тиклем оҙайтыу тәҡдиме хуплау тапҡан. Мәктәп уҡыусылары быға тиклем былтыр яҙғы каникулдарҙы өс аҙна ял иткәйне, пландағы үҙгәрештәр мәктәп программаһын үҙләштереүгә ҡамасауламаны. Уҙған йыл эпидемиологик хәл сағыштырмаса еңелерәк булыуы ла билдәле.

Балалар баҡсалары иһә 8 ноябрҙән ғәҙәти эш тәртибен дауам итә. Өҫтәмә белем биреү учреждениелары, юғары уҡыу йорттары һәм колледждар киләһе аҙнанан дистанцион уҡыуға күсә. Рәсәй күләмендә 30 октябрҙән иғлан ителгән ял көндәрен Башҡортостанда оҙайтыу ҡарары раҫланманы. Хеҙмәт йәшендәгеләр өсөн дүшәмбенән ғәҙәти эш аҙнаһы башлана.

Рафиҡ Әхмәтшин