«Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабында изоляциялағы оло йәштәгеләрҙән шылтырытауҙар ҡабул ителә

Мохтаждарға ярҙам. «Беҙҙең хәстәрлек» ирекмәндәр штабында изоляциялағы оло йәштәгеләрҙән шылтырытауҙар ҡабул ителә. Ҡыҙыу элемтә телефондарында 3 кеше даими бәйләнештә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Юғары әҙерлек тәртибенә индерелгән һуңғы төҙәтмәләр буйынса Башҡортостанда 60 йәштән ололар коронавирустан һаҡланыу өсөн өйҙә ҡалырға тейеш. Уларға ярҙамға ирекмәндәр килә. Колл-үҙәктә ҡабул ителгән мөрәжәғәттәр буйынса  йәмәғәтселек вәкилдәре уларҙың фатирҙарына аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар илтә.

Квитанцияларын түләй йәки вакциналау пункттарына оҙатып бара. Күп кенә ирекмәндәрҙе оло йәштәгеләрҙе тәрбиләү буйынса тәжрибәһе ҙур. Үҙ ихтыяры менән ярҙамға ашығыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре, төрлө йәш төркөмдәренә ҡараған замандаштарыбыҙ бар.

Рафиҡ Әхмәтшин