Бөгөн Өфөнөң янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү буйынса дәүләт инспекторҙары граждандарҙы яҡлау идаралығы, янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте, йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге белгестәре Киров районына сыҡты. Төп иғтибар шәхси торлаҡ хужалыҡтарына һәм авария хәлендә ҡалған йорттарға йүнәлтелде.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЯнғын хәүефһеҙлегенә бәйле аңлатыу эштәре алып барып, электр сымдарының, мунса мейестәренең төҙөклөгөн дә тикшерҙе. Һуңғы рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, йыл башынан Өфөлә теркәлгән ике меңгә яҡын янғында 34 һәләк булған. Бәхетһеҙ осраҡтарға башлыса кешенең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпсе.
Азат Ғәлиуллин