Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Иғмәт ауылында йәшәгән 6 йәшлек малай һыуға батҡан. Билдәле булыуынса, ҡазаға тарыусы дуҫы менән урындағы быуа буйында уйнап йөрөгән булған.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтҠапыл балаларҙың береһе һыу төбөнә китә. Иптәше шунда уҡ ярҙам артынан ауылға йүгерә. Һуңынан малайҙың һыуҙағы кәүҙәһен ата-әсәһе сығара. Әле фажиғәле осраҡ буйынса тикшереү башланған.
Мәғлүм булыуынса, һуңғы көндәрҙә республикалағы йылға-күлдәрҙең ситтәре боҙ менән ҡаплана башланы. Әммә ул әлегә ышаныслы түгел. Шуға ла белгестәр республика халҡын һыу буйҙарында һаҡ булырға саҡыра.