«Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙ боҙонда Омскиҙың «Авангард» клубын ҡабул итте

Көсөргәнешле уйында иҫәпте дәғүәселәр асты. Икенсе осорҙа Александр Кадейкин тырышлығы менән юлаевсылар иҫәпте тигеҙләп кенә ҡалманы, осрашыу уртаһында алға сыҡты. Был юлы үҙ оҫталығын Данил Алалыкин күрһәтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

 Әммә ҡунаҡтар артабан йәнә уңышҡа өлгәште. Уйындың яҙмышы өсөнсө осорҙа хәл ителде. «Авангард» хоккейсылары тағы ла ике шайба индереп, 4-2 иҫәбе менән еңеү яуланы. Киләһе осрашыуын «Салауат Юлаев» командаһы 7 ноябрҙә үткәрә. Был көндө Өфөгә Силәбенең «Трактор» клубы килә.