Полиция һәм Роспотребнадзор күңел асыу урындарын тикшерә

Башҡортостан башлығының юғары әҙерлек режимы тураһындағы указына ярашлы 30 октябрҙән алып күңел асыу урындарының эш ваҡыты сикләнде. Клуб, күңел асыу һәм йәмәғәт туҡланыуы үҙәктәренә төнгө 11-ҙән һуң эшләргә рөхсәт ителмәй. Әммә күп кенә учреждениелар был ҡағиҙәләрҙе инҡар итә. Ундайҙар менән һүҙ ҡыҫҡа. Сираттағы тикшереү барышын БЮТ каналы хәбәрселәре лә күҙәтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ҡыҙҙар өсөн бөгөнгө төн күңелһеҙ үтәсәк. Улар баш ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан Лулу клубына инеп өлгөрмәй ҡалды. Күңел асыу урыны үҙ ишектәрен уларҙың алдынан ғына ябып ҡуйҙы. Эш ваҡыты үткәнлектән түгел. Клуб хеҙмәткәрҙәрен полиция формаһы өркөттө. Шулай ҙа ишек артында кәйеф-сафа тынманы. Унда инергә маташҡан йәштәрҙең ниндәй рәүештә икәнен күреп тә бер ниндәй ҙә ҡағиҙәләр үтәлмәүе билдәле.

Эргәләге генә кальян тартыу клубы ишектәрен бикләп өлгөрмәй ҡалды. Хәйер, ойоштороусыларҙың үҙҙәрен тотоуына ҡарағанда, улар бер кемдән дә ҡурҡмайынса эшмәкәрлек итә.

Үҙ сиратында етешһеҙлектәр ҙа байтаҡ. Кальян тартыусылар татлы төнөн генә түгел, ә зарарлы һауа ла һулай.

Ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүселәр менән һүҙ ҡыҫҡа. Бындай күңел асыу урындары аҡсалата яза ала. Ҡайҙы берҙәрен суд билдәле ваҡытҡа ябып та ҡуя.

Указға ярашлы, күңел асыу саралары уҙғарыу һәм йәмәғәт туҡланыуы хеҙмәте күрһәтеү төнгө сәғәт 11-ҙән таңғы 6-ға тиклем рөхсәт ителмәй. Был сикләүҙәр 7 ноябргә тиклем ғәмәлдә ҡала. Әммә был көндәрҙә ҡағиҙә боҙоусылар өсөн сикләүҙәрҙең оҙаҡҡараҡ һуҙылыуы ла ихтимал.

Әммә күңеллләнеп алған йәштәрҙе бер ниндәй ҙә сикләүҙәр тотоп тора алмай. Социаль селтәрҙә клуб һәм кәйеф-сафа ҡороу урындарының чаттары ла барлыҡҡа килгән. Унда нисек йәшерен инеү, артҡы ишектәрҙе табырға өйрәтәләр.

Хатта клуб эсендә нимә барғанын да видеоға төшөрөп йәштәрҙе йәлеп итәләр. Бындай урындарҙа ла коронавирустан һаҡланыу талаптары үтәлеүе икеле.

Айнур Кәбиров