Бөгөндән вакциналау тураһында яңы сертификаттар бирелә башлай

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакциналау тураһындағы сертификат формаһын раҫланы. Был турала бойороҡ бөгөндән ғәмәлгә инә. Документта вакцина яһатҡан кешенең исем-шәрифе, тыуған көнө, енесе, йәшәү урыны һәм прививка эшләнгән көн яҙыла,  QR-код өсөн урын да билдәләнә.  Сертификат электрон формала төҙөлә,  уны ҡағыҙға ла сығарып була. Алдан алынған сертификаттар дәүләт хеҙмәте порталында 1 мартҡаса үҙгәртеп бирелә.