Уҙған тәүлектә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы йоҡтороусылар тағы ла 663 кешегә артҡан

Бөгөн стационарҙарға 839 кеше һалынған, уларҙың 522-һе – 60 йәштән өлкәндәр. Ауыр хәлдәге 74 пациенттың 9-ы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тағы ла 7 321 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Бер тәүлектә сирҙән 644 кеше һауығып дауахананан сыҡҡан, 25 кеше вафат булған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республикала коронавирусҡа ҡаршы 2 484 667 кешене вакциналау күҙалланһа, бөгөн ике компонентты ла 1 405 195 кеше ҡаҙатҡан. Беренсе компонентты 1 736 786 кеше яһатҡан. Республикаға барлығы 2 282 558 доза вакцина килтерелгән. Уҙған тәүлектә медицина учреждениеларына вакцина эшләтергә теләк белдереп, 8 961 кеше мөрәжәғәт иткән. 

Гөлдәриә Йосопова