Өфө эргәһендәге баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә янғын хәүефһеҙлеген тикшереү рейдтары үтә

Баҡсағыҙға именлек. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре Өфө эргәһендәге баҡсасылыҡ ширҡәттәре буйлап рейдҡа сыҡты. Тикшереүҙең төп маҡсаты янғындарҙы иҫкәртеү.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Иҫкәртелгән, тимәк, ҡотҡарылған. Янғын һүндереү машинаһы Өфөнөң Калинин районында урынлашҡан баҡсасылыҡ ширҡәте буйлап үтә. Ҡеүәтле махсус машина өсөн урам тар тойола.

Ҡышҡа ҡарай баҡса йорттары бушап ҡала. Әммә участкаларҙа йыл дауамында йәшәгән кешеләр ҙә бар.

Статистиканан күренеүенсә, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә янғындар башлыса яҙлы көҙлө сыға. Яҙ ғәҙәттән тыш хәлдәр участкаларҙы тәртипкә килтергәндә, ҡаулан үртәү менән бәйле булһа, көҙгөһөн һалҡын төшөү эҙемтәһе. Мейес йәки электр йылытыу ҡоролмалары төҙөк булмаған осраҡта ут сығыуы ихтимал. Был хәлдәргә халыҡтың әҙер булыуы шарт, ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре.

Йорт-ҡаралтыларҙың бер-береһенә яҡын урынлашыуы, юлдарҙың тар булыуы ла баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә янғын хәүефһеҙлеген тулы кимәлдә тәьмин итеүгә ҡамасаулаған күренештәр. Шуға ла халыҡҡа уяулыҡты юғалтмаҫҡа, йылытыу ҡоролмалары, электр селтәренең төҙөклөгөн даими тикшереп торорға һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен еренә еткереп үтәргә кәңәш ителә.

Рафиҡ Әхмәтшин