Республика баянсылары Нур-Солтанда үткән халыҡ-ара музыкаль конкурста еңеү яуланы

Республика баянсылары Нур-Солтанда үткән «Астана гранд прикс» 8-се халыҡ-ара музыкаль конкурсында уңыш ҡаҙанды. Тиҫтәләгән ил вәкилдәре ҡатнашҡан фестивалдә Өфөнөң 15-се музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары Гран-приҙар һәм дипломдар яулауға ирешкән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Мәктәп уҡыусыһы Булат Мишәров, уның етәксеһе һәм мәктәп директоры Айнур Искәндәров, шулай уҡ һуңғыһының уҡытыусы Эльза Ғималетдинова менән дуэты Гран-при менән баһаланған. Бынан тыш, ошо уҡ мәктәп уҡытыусыпары башҡарыуында ике дуэт конкурстың беренсе дәрәжә лауреаттары димпломдарына лайыҡ булған.

Был еңеү 15-се мәктәп коллективы өсөн төүгеһе түгел. Айнур Искәндәров етәкселек иткән мәктәп педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәренең халыҡ-ара һәм ил кимәлендәге музыкаль конкурстарҙа күп тапҡыр еңеү яулағаны бар.

Гөлдәриә Йосопова